“ Минең нәҫел ағасым”
Беҙҙең Йәйғор 2-се һанлы балалар баҡсаһында, мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө балалары менән бик сағыу сара үтте.
Бөгөнгө сарабыҙ “Быуындар сылбыры өҙөлмәһен!”, йәғни
“ Туғанлыҡ тамырҙарын бел “ тип аталды.
Тамырҙар… Беҙҙең тамырҙарыбыҙ, йәғни, туғандарыбыҙ, яҡындарыбыҙ кемдәр? Минең сығышым ҡайҙан?
Беҙ бөгөн ошо һорауҙарға яуаптар эҙләп эшләгән эштәребеҙ менән таныштырырға тип, шәжәрә байрамы үткәрҙек.Һәр бер бала үҙенең нәҫел ағасын эшләп алып килгән ине.
Был туғандар байрамы, бер ата-бабанан таралған ырыуҙаштар байрамы ғына түгел, ә тарихи тамырҙарыбыҙҙы иҫкә алыу, ололау, хөрмәтләү ҙә ул.
Тарихын белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ, тиҙәр. Һуңғы йылдарҙа шәжәрәне өйрәнеүгә ,шәжәрә байрамдарын ойоштороуға иғтибарҙың бермә-бер артыуы – ҡыуаныслы күренеш.
-Тамыры – үткәнебеҙ,(Беҙҙең олатай-өләсәйҙәребеҙ)
-Олоно – бөгөнгөбөҙ,(Быныһы беҙ,атайын-әсәйең)
-Уның япраҡтары – киләсәгебеҙ.(һеҙ,тыуасаҡ балалар)
- Һәр башҡорт кешеһе үҙенең ете быуынын белергә тейеш.
Алып барыусы балаларға шәжәрә һүрәтен күрһәтеп- Шәжәрә ғәрәп телендә «ағас» тигәнде аңлатты. Борон заманда беҙҙең олатайҙарыбыҙ ырыу-ҡәбиләләргә бүленеп йәшәгән.Һәр ырыуҙың исеме булған.Башҡорт халҡы элек-электән үҙ ырыуының тарихын яҙып ҡалдырған.Шәжәрәлә бөтә ир-ат исемдәре күрһәтелгәнен һөйләне.
Байрамды йәмләп йыр-бейеү менән тамаланыҡ.#ҡоролтай#курултай#Борай#Бураево#курултай#ВсемирныйКурултайБашкир#БашкортТарихыЙылы#башҡорттар#башкиры#безбашкортлар#Годбашкирскойистории