"МИЛЛИ КЕЙЕМ КӨНӨ МЕНӘН!"
Апрель 18, 2025
Просмотров: 17
"МИЛЛИ КЕЙЕМ КӨНӨ МЕНӘН!"
Бөгөн республикала иң сағыу һәм матур байрамдарҙың береһе — Милли кейем көнө билдәләнә. Милли кейем –һәр халыҡтың тарихын, йолаларын, йәшәү рәүеше үҙенсәлектәрен сағылдырған мәҙәни һәм рухи мираҫы. Бөгөнгө байрам халҡыбыҙҙың бай мәҙәниәтенә тағы ла бер тапҡыр мөрәжәғәт итергә, мәҙәни-рухи мираҫыбыҙҙы һаҡлап, үҫеп килеүсе быуынға бөтә матурлығында күрһәтергә, тапшырырға мөмкинлек бирә.
Милли кейем көнө менән!
"Милли кейем – ул халҡымдың
Сағылышы, йөҙө.
Оҫта ҡулы, көс-ҡеүәте,
Сәсәнлеге, һүҙе.
Ҡыҙҙарының гүзәллеге,
Ир-атының сәме.
Ағинәйҙәр аҡылы ла,
Аҡһаҡалдар ғәме.
Милли кейем – ул халҡымдың
Ҡабатланмаҫ йәме.
Бал-ҡорото, сәксәгенең,
Ҡымыҙының тәме.
Меңдәр янында танытҡан
Рух осошо, йәне.
Һаҡла, халҡым, үҙ йөҙөңдө,
Һис таплама, йәме!
Милли кейем – ул халҡымдың
Еҙ ҡурайҙар моңо.
Уралтауы, Шүлгәнташы,
Аҡ ҡылғандар сыңы.
Һомайғоштоң ҡөҙрәте лә,
Аҡбуҙаттың һыны.
Быуаттарҙан ауаз һалған
Ата-баба тыны.
Киләсәккә бурысыбыҙ –
Беҙ һаҡлайыҡ уны.
Милли кейем – бөйөк биҙәк,
Онотмайыҡ шуны!"
ӨЛКӘН ТӨРКӨМӨ "СЕМИЦВЕТИК" БАЛАЛАРЫ, БОРАЙ АУЫЛЫ «ЙӘЙГОР» 2-СЕ ҺАНЛЫ БАЛАЛАР БАҠСАҺЫ
#учусьвнациональномкостюме
#Милликейемдәуҡыйбыҙ
#МиллиКейемКөнө2025
#ДеньНациональногоКостюма2025
#национальныйэлемент
#миллиэлемент